Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Салауат Юлаевтың даны мәңгелек

Бөгөн, 12 июндә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шағир һәм милли геройыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалды. Быйыл республика уның тыуыуының 270 йыллығын билдәләй. Тантаналы сарала Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Салауат Юлаев һәйкәле 1967 йылда ҡуйылған. Уның авторы - скульптор Сосланбек Тавасиев, ул 1970 йылда был эше өсөн СССР Дәүләт премияһына лайыҡ булған. Европала һәм Рәсәйҙә иң ҙур атлы һәйкәл гранит менән көпләнгән 10 метрлыҡ постаменттан һәм Ленинград заводында ҡойолған 9,6 метр бейеклектәге статуянан тора. Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе Башҡортостандың хәрбиҙәре, Салауат Юлаевтың вариҫтары булараҡ, олатайҙарының хеҙмәтен лайыҡлы дауам итеүен, Тыуған ил сиктәрен һаҡлауҙа тороуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды. - Тарихи яҡтан ҡарағанда, Башҡортостан яугирҙәре Рәсәйҙең бөтә ҙур алыштарында ҡатнашҡан. Махсус хәрби операция, минеңсә, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң иң ҙур ҡораллы конфликт. Беҙ ғәмәлдә Көнбайыш армияһы менән һуғышабыҙ, һуғыш иһә йылдан-йыл технологик йәһәттән күпкә аяныслы, емергес. Шуға күрә яугирҙәргә сыҙамлыҡ һәм көс теләйем, - тине Радий Хәбиров. – 2022 йылда Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл астыҡ. Ваҡыт етер һәм беҙ республиканың баш ҡалаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар иҫтәлегенә мемориал төҙөрбөҙ. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Салауат районында «Янғантау» геопаркы биләмәһендә булдырылған «Салауат ере» тарихи комплексы хаҡында ла әйтеп үтте. Радий Хәбиров яңы комплекс Салауат Юлаевтың иҫтәлеген һаҡлау буйынса әһәмиәтле объектҡа әйләнәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды. - Беҙ «Салауат ере» мемориаль паркы асылыуын көтәбеҙ. Салауат Юлаевтың тыуған ауылы Тәкәй урынында туристик үҙәк төҙөнөк. Ә иң мөһиме - ул ваҡыттағы атмосфераны тергеҙәбеҙ, билдәле бер мәғәнәләр һалабыҙ. Буласаҡ милли геройҙың бала сағы һәм йәшлеге үткән урынды күрһәттеләр. Был – Салауат Юлаевтың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙең бер ғәмәле, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Парк Салауат районына күп һанлы туристарҙы йәлеп итер, тип ышанам. Был йәкшәмбелә үк беҙ паркты ҡунаҡтар өсөн асасаҡбыҙ. Салауат Юлаев майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шулай уҡ Рәсәй көнөнә һәм Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыуға арналған байрам сараларында булды һәм Өфө хакимиәте кубогына милли көрәш буйынса ярыштарҙы ҡараны. Турнир бөтә республиканан 100 иң көслө спортсыны йыйған. Фото: glavarb.ru