Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампус лабораторияһындағы ғилми эшләнмә аорта аневризмы менән сирле ирҙең ғүмерен ҡотҡарған. Кардиология үҙәге табиптары тәү тапҡыр фәнни эшләнмәләр ярҙамында 3D-технологияларҙы ҡулланып юғары технологиялы операция үткәргән. Улар аорта аневризмы менән сирле 76 йәшлек иргә операция яһай, пациенттың анатомия үҙенсәлеге арҡаһында стент-графт һайлап алыу ауыр була. Ваҡытында ярҙам күрһәтмәгәндә аортаның зарарланып, артабан эстә шәп ҡан ағыуы һәм кешенең ғүмере өҙөлөүе ихтимал. Ғалимдар һәм табиптарҙан торған команда БДМУ-ның аддитив технологиялар ғилми лабораторияһында медицина ыҫмалаһынан яһалма аортаны 3D-принтерҙа баҫтырып сығарҙы. Һуңынан модель ультратауыш менән таҙартыла, стерилләнә һәм клиник һынауҙы уңышлы үтә. – 3D технологияһын ҡулланыу операцияны теүәл һәм ҡыҫҡа ваҡытта үтәү мөмкинлеген бирә, сөнки һәр пациент өсөн стен-графт алыу һәм йыйыу дүрт ай ваҡытты ала, - ти Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айбулат Рәхмәтуллин. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24161/