Бөгөн, 12 июндә, Рәсәй көнө уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыуҙа, спортта һәм кластан тыш эшмәкәрлектә уңыштарға өлгәшкән республика уҡыусыларына Рәсәй Федерацияһы гражданының тәүге паспорттарын тапшырҙы. - Был – һеҙҙең тормошоғоҙҙағы иҫтәлекле дата һәм, әлбиттә, яуаплылыҡ. Сөнки һеҙ хәҙер өлкән булдығыҙ. Паспорттарҙы һеҙгә тантаналы рәүештә Республика йортонда тапшыралар, сөнки яҡшы уҡынығыҙ, йәмәғәт эше, ирекмәнлек менән шөғөлләндегеҙ. Был бик шәп, - тине Радий Хәбиров. - Тормош юлығыҙ яҡшы һәм уңышлы булһын. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, яҡшы уҡыуығыҙҙы теләйем. Ата-әсәләрегеҙ өсөн балаларҙың яҡшы уҡыуы һәм уларҙың матур киләсәге - ҙур бәхет. Башҡортостанда мәғарифты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. Республиканың юғары уҡыу йорттары Рәсәйҙең иң яҡшы университеттары иҫәбенә инә. Колледждарҙың матди базаһын модернизациялау һәм нығытыу дауам итә. - Күптән түгел беҙ юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының беренсе сиратын астыҡ. Һеҙ мәктәпте тамамлағансы, уның төп өлөшө төҙөлөп бөтәсәк. Был тотош ҡаласыҡ – ятаҡта 4,5 мең урын, заманса фәнни-белем биреү мөхите, лабораториялар, спорт, мәҙәни составтар буласаҡ, – тип һөйләне Радий Хәбиров. - Кемдер киләсәктә ғалим, кемдер-сәйәсмән, ә кемдер төҙөүсе булып эшләйәсәк. Иң мөһиме, хеҙмәт һеҙгә ләззәт килтерһен һәм ҙур илебеҙ өсөн файҙалы булһын. Фото: glavarb.ru