Бөгөн, 12 июндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө - хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” стелаһына сәскәләр һалды. Бында ул 1974 йылғы “Ваҡыт капсулаһы”н асыу тантанаһында ҡатнашты. Ваҡыт капсулаһы – ул элекке быуындарҙан килгән киләсәк быуындарға мөрәжәғәте. Капсула идеяһын комсомолдың ҡала комитеты секретары Валерий Ижорский тәҡдим итә. Замандаштары хәтерләүенсә, капсула үҙе ярты метр оҙонлоҡтағы төргәкте хәтерләтә. Уны Башҡортостанда ҡойолған суйын корпусҡа һалып ҡуялар. Уны һалыу тантанаһында ВЛКСМ ағзалары, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, шулай уҡ йәштәр вәкилдәре, атап әйткәндә, Моторҙар эшләү заводы көйләүсеһе Заһит Сәлмәнов, медицина хеҙмәткәре буласаҡ студент Владимир Гончаров, профессиональ техник училище уҡыусыһы Фәнүс Насретдинов, 100-сө мәктәптең уң флангыһы отряды пионеры Лариса Мартемьянова ҡатнашҡан. 1970 йылдарҙағы комсомолдар үҙҙәренең ҡаҙаныштары тураһында һөйләй һәм алыҫ йәштәштәре менән совет кешеһе исемен ҡәҙерләргә, яратҡан Ватаныбыҙҙың данын һәм байлығын арттырырға ва