Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бөгөн бер юлы өс байрамды билдәләйбеҙ

Бөгөн, 12 июндә, Башҡортостан бер юлы өс байрамды – Рәсәй көнөн, Өфө ҡалаһы көнөн һәм халыҡ шағиры һәм милли герой Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуҙы билдәләй. Баш ҡалала ошо әһәмиәтле даталарға арналған байрам саралары үтә. Мәҫәлән, Башҡортостандың Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуының 400 йыллығы хөрмәтенә төҙөлгән Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, Өфө ҡала Советы рәйесе Марат Вәсимов, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, депутаттар, муниципалитет, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм Өфөнөң почетлы кешеләре ҡатнашты. Һәйкәлгә нигеҙ 1957 йылда һалына, ә уны асыу тантанаһы 1965 йылда үтә. Ул рус һәм башҡорт халыҡтарының туғандарса дуҫлығын символлаштыра. Һуңынан байрам сараларында ҡатнашыусылар “Өфө – хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” стелаһына сәскәләр һалды. Уны 2022 йылдың ноябрендә асалар. Монумент Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәм илдең һуғыштан һуңғы тергеҙелеү осоронда республика халҡының хеҙмәт батырлығы иҫтәлегенә арналған. Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең указы менән өфөгә хеҙмәт батырлығы ҡалаһы статусын бирҙе. Салауат Юлаев һәйкәле сәскәләр һалыуҙың киләһе нөктәһе булды, уның авторы-скульптор-монументалист Сосланбәк Тавасиев. Ул 1967 йылдың 17 ноябрендә асыла, Өфөнөң визит карточкаһы һәм бөтә республиканың милли байлығы булып тора. Был өс терәүҙә торған 40 тонна ауырлыҡтағы уникаль монумент. Фото: vk.com/ufa, https://t.me/radiyhabirov/7573