Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бөрө уҡыусылары 200 -шәр балл йыйған!

Республика мәктәптәрендә 11 класс уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшыра. Шуныһы ҡыуаныслы: республикала йылдан -йыл БДИ һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған уҡыусылар һаны арта. Бөрө ҡалаһы лицейынан Анна Әхмәҙиева менән ҡаланың 8-се мәктәбенән Мөнир Ғилманшин химия һәм математика фәндәренән имтихан тапшырып, 100 балл йыйыуға ирешкән. Анна менән Мөнир республикала 200 балл йыйған быйылғы йылдың тәүге уҡыусылары. Афарин, Бөрө уҡыусылары! Әйткәндәй, төбәк Башлығының ҡарарына ярашлы, БДИ һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған сығарылыш уҡыусылары әҙерләгән уҡытыусыларға – 50 мең һум, ә иң юғары балл алған һәм республиканың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән йәштәргә 150 мең һум күләмендә премия түләү дауам ителә. Фото: телеграм канал