Бөгөн Башҡортостан халҡына Рәсәй Көнө менән ҡотлауҙар килә. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә ҡотлау ебәргән. Унда түбәндәге һүҙҙәр бар: “Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Быуаттар дауамында ата-бабаларыбыҙ Ватанға намыҫлы хеҙмәт иткән, хеҙмәт ҡаҙаныштары, хәрби батырлыҡтары, таланты һәм илһам менән бөйөк дәүләт төҙөгән. Беҙ бөгөн дә был ҡаҡшамаҫ әхлаҡи нигеҙҙәргә, патриотизм традицияларына, Тыуған илгә ҡарата ихлас һөйөүгә тиңләшәбеҙ. Заман һәм быуындар бәйләнешенә, тамырҙарыбыҙға тоғролоҡ һаҡлап, беҙ мотлаҡ ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшәсәкбеҙ, һәр һынауҙы үтеп сығасаҡбыҙ, тип ышанам”. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡотлауын да иһә былай тиелә: “Был байрам бойондороҡһоҙлоҡ, халыҡ берҙәмлеге, теләктәшлек һәм патриотизмды символлаштыра. Беҙ меңәр йыллыҡ тарихы, уникаль мәҙәни мираҫы һәм күп быуатлыҡ традициялары булған бөйөк илдә йәшәйбеҙ. Һәм һәр беребеҙҙең гражданлыҡ яуаплылығына, Тыуған илебеҙҙең үҫешенә һәм сәскә атыуына үҙ өлөшө
Был байрам - халыҡ берҙәмлеге һәм теләктәшлек символы
12 июня 202412 июн 2024
1 мин