Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йәштәр ҙә алдана...

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенә 29 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән – уны месенджерҙарҙа алдаҡсы әҙәмдәр инвестицияға йәлеп иткән. Уның һөйләүенсә, месенджерҙа билдәһеҙ абонент үҙен ҙур инвесткомпания вәкиле тип таныштыра, уға инвестицияларҙан ҙур килем вәғәҙәләй. Билдәһеҙ кешелргә ышанып, ҡатын мобиль ҡушымта аша 4 миллион һумдан ашыу аҡсаһын “билдәләнмәгән банк иҫәптәренә” күсереп тә ҡуя. Ошондай уҡ хәлгә Әлшәй районында йәшәгән гражданка ла тарый. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлегенә Аксендан 45 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Шундай уҡ алдаҡ схема: онлайн-месенджерҙан билдәһеҙ номерҙан “инвестиция компанияһы вәкиле” ылыҡтырғыс тәҡдим менән мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә 1 миллион һумдан ашыу аҡса мобиль банк аша кемгәлер күсерелә. Ике факт буйынса ла хоҡуҡ һаҡсылары енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы һәр саҡ иҫкәртә: билдәһеҙ, шикле телефон номерҙарына яуап бирмәгеҙ, аҡса күсермәгеҙ. Банк хеҙмәткәрҙәре бер в

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенә 29 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән – уны месенджерҙарҙа алдаҡсы әҙәмдәр инвестицияға йәлеп иткән. Уның һөйләүенсә, месенджерҙа билдәһеҙ абонент үҙен ҙур инвесткомпания вәкиле тип таныштыра, уға инвестицияларҙан ҙур килем вәғәҙәләй. Билдәһеҙ кешелргә ышанып, ҡатын мобиль ҡушымта аша 4 миллион һумдан ашыу аҡсаһын “билдәләнмәгән банк иҫәптәренә” күсереп тә ҡуя. Ошондай уҡ хәлгә Әлшәй районында йәшәгән гражданка ла тарый. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлегенә Аксендан 45 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Шундай уҡ алдаҡ схема: онлайн-месенджерҙан билдәһеҙ номерҙан “инвестиция компанияһы вәкиле” ылыҡтырғыс тәҡдим менән мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә 1 миллион һумдан ашыу аҡса мобиль банк аша кемгәлер күсерелә. Ике факт буйынса ла хоҡуҡ һаҡсылары енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы һәр саҡ иҫкәртә: билдәһеҙ, шикле телефон номерҙарына яуап бирмәгеҙ, аҡса күсермәгеҙ. Банк хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла телефон аша йәки месенджерҙарҙа кредитҡа бәйле операция үткәрмәй. Мутлашыусылар схемаһын үҙгәртеп тора, шуның өсөн өлкән йәштәге туғандарығыҙҙы был турала иҫкәртеп тороғоҙ. Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/pravo/2024-06-10/v-bashkirii-dvuh-zhenschin-obmanuli-na-5-millionov-rubley-pod-predlogom-investitsiy-3805598 Л. Үтәғолова фотоһы.