Кисә"Башҡорт баҡыры" йәмғиәтенең Юбилейный ер аҫты руднигында бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. 39 йәшлек рудник хеҙмәткәре һәләк булған хәлде Башҡортостанда Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Ростехнадзор менән берлектә фажиғәле осраҡты тикшереүгә тотонған. Күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 10 июндә төнгө сменала дистанцион идара итеү шахта машинаһын ҡулланып мәғдәнде тейәп оҙатыу эштәрен башҡарғанда уның водителен сүмес менән ҡаҙып алыу бортына батырғандар. Зыян күреүсе алған йәрәхәттәрҙән вафат булған. Тикшереү барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡланасаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар ведомствола. «Предприятие етәкселеге һәм бөтә коллектив мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк. Предприятиела махсус комиссия ойошторолған, ул ваҡиға сәбәптәрен асыҡлаясаҡ. Предприятие вәкилдәре хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдарына тикшереүҙә тулы ярҙам күрһәтә», - тигән яуап алынған рудниктың матбуғат хеҙмәтенән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәйбулла районындағы сәнәғәт предприятиеларында хеҙмәткәр һәләк булған тәүге осраҡ түгел был. Апрель айында ошо уҡ сәнәғәт предприятиеһында геолог һәләк булғайны. Уйланырға урын бар... Фото: "Башинформ".