Тормошта шундай кешеләр осрай: улар һәр нәмәнән, шул иҫәптән эшенән дә йәм табып эшләй. Рәмзиә Ғайсар ҡыҙы Мозафарова – тап шундайҙарҙан. Ул - Архангел районы Заря фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры. Ошо уҡ райондың Арх-Латыш ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Белорет медицина училищеһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш белгес, оҙаҡ уйлап тормай, тыуған районында хеҙмәт итергә ҡарар итә. Башта – Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылында фельдшер, аҙаҡ “Ашығыс ярҙам”да, 1993 йылдан тыуған ауылында эшләй. Кейәүгә сыға. Рәмзиә Ғайсар ҡыҙы – биш бала әсәһе. “Барыһы ла белем алды, өсәүһе юғары белемгә эйә булды”, - ти ул. 2016 йылдан Убалар ауылын да ул хеҙмәтләндерә. “Эшемде яратам”, - ти Рәмзиә Мозафарова. Ә барлыҡ күңелеңде һалып башҡарған эш тә үҙ емешен бирмәй ҡалмай – халыҡ хөрмәте менән кире ҡайтыусан. Етеп килгән медицина хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендә фельдшерҙар араһында үткәрелгән конкурста ҡатнашҡан Рәмзиә Мозафарова өсөн тауыш бирәйек, дуҫт