Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Рәсәйҙең йәш граждандарына паспорттар тапшырылды

Рәсәй көнө алдынан Баймаҡ районында тантаналы сара үтте. Район хакимиәтендә 14 йәше тулған балаларға тәүге мөһим документ - Рәсәй паспорты тапшырылды. Мөһим документты район башлығы Фәнис Әминев тапшырҙы һәм балаларҙың рухлы, илһөйәр булып үҫеүҙәрен теләне. "Дәүләт байрамы - Рәсәй көнө алдынан бөгөн Рәсәйҙең йәш граждандарына паспорттар тапшырҙым.Паспорт алыу – йәштәрҙең тормошонда ҙур һәм тулҡынландырғыс ваҡиға. Һәр берегеҙгә тормошта Рәсәй гражданы исемен лайыҡлы йөрөтөргә, дәүләтебеҙ закондарын хөрмәт итергә, тыуған илебеҙ тарихын белергә, ата - бабаларыбыҙҙан ҡалған мираҫты һаҡларға һәм арттырырға теләйем", - тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Фәнис Ғәбдрәшит улы. Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән