Найти тему
Башҡортостан гәзите

Стәрлетамаҡта эштәр гөрләй

Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты. Комаров урамы буйлап Урау урамынан Яңы урамға тиклемге юлда “РСУ ДОР” подряд ойошмаһы асфальттың өҫкө ҡатламын түшәүҙе тамамлаған, бордюрҙарҙы алмаштырған. Киләһе этап – юл тамғаларын һыҙыу. Шулай уҡ Урау урамындағы юлда эштәр тамамлана. Ибраһимов һәм Сакко һәм Ванцетти урамдарындағы бордюрҙарҙы һүтеүгә тотонғандар. Дуҫлыҡ урамы буйынса эштәр тамамланған тиерлек. Юлда төп тамғаларҙы төшөрөүҙән тыш, тиҙлекте сәғәтенә 40 километрға тиклем сикләүҙе һәм йәйәүлеләр үткәүеле билдәһен ҡабатлаясаҡтар. Совет урамында ла эштәр алып барыла, асфальттың тәүге ҡатламы түшәлә, иҫке бордюрҙар алып ташлана. Ҡала хакимиәте башлығы подрядсыларға юлдарҙы ғына түгел, юл ситтәрен дә тейешле хәлгә килтерергә, арттарынан бар төҙөлөш сүп-сарын алып ҡуйырға ҡушты. Быйыл милли проект буйынса бөтәһе 7,36 километр оҙонлоҡтағы 12 юл норматив хәлгә килтерелә. Эштәрҙе 2024 йылдың июль аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.