Стәрлетамаҡ районында “Рәсәй һыуы” бөтә Рәсәй акцияһы барышында 50-нән ашыу ирекмән Ашҡаҙар йылғаһы буйы биләмәһен сүп-сарҙан таҙартты. Акция “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу барышында уҙғарыла һәм һыу объекттарының яр буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыуға йүнәлтелгән. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре балалар экология үҙәге тәрбиәләнеүселәре һәм Стәрлетамаҡ хакимиәте вәкилдәре менән берлектә 20 тоҡ сүп-сар йыйҙы һәм йыйылған ҡалдыҡтарҙан 300 метрҙан ашыу яр буйы линияһын таҙартты. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан “Рәсәй һыуы” һыу объекттарының ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса Бөтә Рәсәй ирекмәндәр акцияһы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы биш төбәк иҫәбенә инде. Ярҙы таҙартыу буйынса саралар 1400-ҙән ашыу объектта үтте. Уларҙа 72 меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Таҙартылған яр буйы линияһының дөйөм оҙонлоғо 4 200 километрҙан ашты, бөтәһе 10 мең кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйылды. Акция саралары республика биләмәһендә йыл һайын апрелдән октябргә тиклем уҙғарыла. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.