“Кейәүгә бик иртә сыҡтым. Әсәйем ҡырҡа ҡаршы булһа ла, саҡ 18-е тулған ҡыҙын туҡтата алманы. “Иртә әле, балам, уҡы тәүҙә”, тип тә ҡараны, “егетең йүнле кешегә оҡшамаған”, тип тә өгөтләне. Күҙ алдында тик ул ғына, мөхәббәт хистәренән баш әйләнгән саҡ... Ҡайҙа инде ул ваҡытта уйлау, әсәйҙе тыңлау... Шул тиклем иҫәр булғанымды бик һуң аңланым. Илгиз, ысынлап та, тар күңелле, эсергә яратҡан, ялҡау өй тираны булып сыҡты. Бәләкәй саҡтан балалар йортонда үҫкәнгә шундай булғандыр, күрәһең. Бер яҡын туғаны юҡ, бергә үҫкән дуҫтары ғына бар. Улары ла йүнле түгел, гел аҡса таптыралар, бергә эсәләр. Иремдең иһә тәғәйен генә һөнәре лә булманы. Ҡыҫҡаһы, күҙҙәрем асылған саҡта улым тыуып өлгөргәйне инде. Илгиздең ниндәй кеше булыуын йөклө саҡта ғына аңланым. Ауырыма алты ай тигәндә, ул тәүге тапҡыр ҡул күтәрҙе. Эсеп ҡайтыуҙары иһә туйҙан һуң уҡ башланғайны. Кейәүгә иртә сығып, тиҙ арала бәпес көткәс, белем дә ала алманым. Магазинда һатыусы булып эшләй башлағайным да, тәүҙә көнләшеп эшләтмәҫкә тырышты,