Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кискә ҡарай ауыр хәбәр

Кискә ҡарай ауыр хәбәр еткерәбеҙ: бөгөнгө аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Был турала Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итә. Авария Өфө – Ырымбур трассаһының 180-се километрында, Мәләүез районында булған. Юлда “Киа Спортейдж” менән “Рено Аркана” машиналары бәрелешкән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ниндәйҙер сәбәптәр буйынса тәүге машинаның 63 йәшлек водителе ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Һөҙөмтә аяныслы, был водитель һәм уның пассажиры табиптар килеп еткәнсе һәләк булған. “Рено”ла ултырған кешеләр – водитель һәм ике пассажир ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатылған. Йәрәхәтләнгәндәр араһында туғыҙ йәшлек бала ла бар. Был хәлде тикшереү башланған. Фото: Дәүләт автоинспекцияһы.