Һәр йыл милли батырыбыҙ, шағир Салауат Юлаевтың тыуған көнө алдынан уның шиғырҙарын интернет селтәрендә һәм милли матбуғат биттәрендә урынлаштыралар, төрлө сәхнәлә яттан һөйләйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул саҡ ҡайһы берәүҙәр шағир-импровизаторҙың әҙәби мираҫына хилафлыҡ килтереүен аңламай. Һүҙ “Киләсәк тауышы” шиғыры тураһында бара, сөнки уның ысын авторы – замандашыбыҙ, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Таңсулпан Рәсүл. – Был шиғырымды 2010 йылда яҙҙым. Ул саҡта миңә 21 йәш ине. Шиғыр башҡорт халҡына арналған, тик ни өсөндөр уны милли батырыбыҙға бағышланған тип ҡабул итәләр һәм үҙен автор итеп күрһәтәләр. Шиғырҙы ҙур баннерҙарҙа Салауат Юлаевтың исеме менән яҙалар, балалар тотош кластары менән Салауат батырҙыҡы тип яттан һөйләй. Әлеге яңылышлыҡты социаль селтәрҙә аңлатып ҡарағаным булды, әммә ул йылдан-йыл ҡабатлана. Бәлки, авторлыҡ хоҡуҡтарымды яҡлап судҡа биргәндән һуң туҡтарҙар. Миңә шиғырым һис кенә лә йәл түгел, Салауат батырҙың ҡабатланмаҫ әҙәби мираҫына буталсыҡ индереүҙәре ге