Ляонин провинцияһының Шэньян ҡалаһы мэры урынбаҫары Чжэн Бинь ханым етәкселегендәге Ҡытай Халыҡ Республикаһы делегацияһы «Алексеевка» агросәнәғәт комплексы» акционерҙар йәмғиәтендә булды. Хужалыҡ йыл әйләнәһенә йәшелсә, еләк-емеш һәм йәшел тәмләткестәр үҫтереү, шулай уҡ һөт продукцияһы етештереү менән шөғөлләнә. «Алексеевка» агросәнәғәт комплексы етәксеһе Дмитрий Овчинников предприятие буйлап экскурсия үткәрҙе, теплица комплексында ҡулланылған алдынғы технологиялар, предприятиела продукция етештереү, эшкәртеү, һаҡлау һәм фирма магазиндарында һатыу буйынса тулы ябыҡ цикл булдырылыуы тураһында һөйләне. - Шэньян ҡалаһы делегацияһы менән һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә бер нисә килешеүгә өлгәштек. Мәҫәлән, Ҡытай компаниялары Башҡортостанда төрөү ҡорамалдарын етештереү, кукуруз һәм башҡа ауыл хужалығы культураларын үҫтереү өсөн ерҙәрҙе ҡуртымға алыу, шулай уҡ Башҡортостандан экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек тауарҙары, иген, ҡуҙаҡлы иген, майлы культуралар һатып алыу буйынса ниәттәрен белдерҙе. Беҙ и
Ҡытай делегацияһы «Алексеевка» совхозының эше менән танышты
10 июня 202410 июн 2024
1 мин