“Муниципалитет башлыҡтары менән пляждарҙың һыу инеү миҙгеленә әҙерлеген тикшерҙек. Республика Башлығы Радий Хәбиров быйыл йәй 200-гә яҡын пляждың эшен тәьмин итергә ҡушты. Республика йыл һайын асыҡ пляждар һаны буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урында, әммә был һанды арттырыу мөһим. Был йәһәттән ике мөһим мәсьәләне билдәләргә кәрәк: беренсеһе - йәй көнө һәр кеше өйөнә яҡыныраҡ урында һыу инә алһын өсөн уңайлы шарттар булдырыу; икенсеһе - кешеләрҙең ғүмерен һаҡлау. Һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтарын кәметеүҙе һәм граждандарҙың хәүефһеҙ ялын тәьмин итеүҙе йыһазландырылған пляждар һанын арттырыу һәм рөхсәтһеҙ һыу инеү урындарын күсмә ҡотҡарыу постары менән йыһазландырыу иҫәбенә генә мөмкин. Ҡурҡыныс һандарҙы хәтерегеҙгә төшөрәм: 2023 йылда республикала 117 кеше батып үлгән. Үлемдең төп сәбәптәре: рөхсәт ителмәгән урында һыу инеү, балыҡ тотҡанда балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу һәм һаҡһыҙлыҡ. Бөгөнгө көнгә республикала һыу инеү өсөн 148 йыһазландырылған урын асылған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдә