Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хәүефһеҙлекте тәьмин итә

Республиканың ҡала һәм ауылдарында “Аҡыллы ҡала” системаһы элементтарын индереү дауам итә. 10 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Видеокүҙәтеүҙең интеллектуаль системаларын үҫтереү – эш йүнәлештәренең береһе. Ул халҡыбыҙ һәм уларҙың мөлкәте хәүефһеҙлегенең мөһим өлөшө булып тора. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова 2019 йылдан “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә йорт яны биләмәләрендә 2 228 видеокүҙәтеү камераһы ҡуйылыуын хәбәр итте. Шуларҙың 1 307-һе “Хәүефһеҙ ҡала” аппарат-программа комплексына тоташтырылған. Камералар балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, парк зоналарын, парковкаларҙы, подъездарҙың инеү урындарын үҙ эсенә ала. Видеокүҙәтеүҙе тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр ҙә ҡарай ала. Бынан тыш, 2019 йылдан “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә 1 816 видеокамера ҡуйылды. Шуларҙың 1 048-е “Хәүефһеҙ ҡала” комплексына индерелгән. Башҡортостан Башлығы видеокүҙәтеү системаларының эшен анализларға һәм уларҙың функцияларын артабан киңәйтеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. – Хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселеге һәр ваҡыт “Аҡыллы ҡала” системаһы эшенең һөҙөмтәлелеге мәсьәләһен ҡуя. Уның йәмәғәт тәртибен тәьмин итергә һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәшергә ярҙам итеүен аңлау мөһим, - тине Радий Хәбиров. - Беҙҙең ҡалаларҙа байтаҡ видеокүҙәтеү камералары эшләй. Киләсәктә беҙ уларҙы төшөрөү сифатын яҡшыртырға һәм яңы функциялар индерергә тейешбеҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.