Рәсәй Президенты Петербургта барған Халыҡ-ара иҡтисад форумында эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһын индексациялауҙы 2025 йылдың 1 февраленән тергеҙергә тәҡдим итте. Президенттың әйтеүенсә, бының өсөн ресурстар бар. “ Граждандар менән осрашыуҙар барышында бер тапҡыр ғына күтәрелмәгән ҡарарым тураһында әйтмәксемен. Финанс, бюджет сикләүҙәре арҡаһында һуңғы йылдарҙа эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы индексацияланманы. Ошо ваҡыт эсендә миллионлаған граждандарға ҡағылған был мәсьәлә өлгөрөп етте. Бөгөн уны халыҡ мәнфәғәтендә хәл итеү өсөн беҙҙең ресурстар бар”, – тип белдерҙе Владимир Путин Форумдың пленар ултырышында. Президенттың әйтеүенсә, пенсияларҙы индексациялауҙы тергеҙеү мотлаҡ федераль закон ҡабул итеүҙе талап итәсәк. Етәксе пенсия күләме 2025 йылдың 1 февраленән арта башлаһын өсөн Дәүләт Думаһын уны сессия барышында ҡабул итергә саҡырҙы. Социаль фонд мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылдың мартына ҡарата пенсионерҙар һаны Рәсәйҙә 41 миллион тәшкил итә, шуларҙың 8 миллионы эшләп йөрөй. Фото: https://vk.com/bashkirskoe_dolgoletie_turizm