Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Инвестициялар артыуында уларҙың өлөшө ҙур

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың Инвестиция порталының эше тикшерелде. Төбәктең дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин һүҙҙәренсә, эшҡыуарҙар һәм инвесторҙар өсөн “берҙәм тәҙрә” форматындағы инвестиция порталы биш йыл инде уңышлы эшләй. Унда 24 электрон сервис эшләй, улар буйынса 2023 йылда 2 меңдән ашыу профилле ғариза килгән. Геннадий Разумикин порталдың бизнесҡа үҙ пландарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеүсе өс ҙур бүлеген билдәләне. Мәҫәлән, “Проекттар витринаһы”нда 86 әҙер инвестиция башланғысы, 18 дәүләт-шәхси проект һәм юл буйы сервисын тормошҡа ашырыу тураһында 106 тәҡдим бар. “Башҡортостан Республикаһы мөлкәте” модулендә бизнесҡа һатып алырға мөмкин булған 9 меңдән ашыу объект күрһәтелгән, ә “Инвестиция картаһы” бүлегендә – 10 мең инженер һәм транспорт инфраструктураһы объекты, ер ресурстары, инвестиция майҙансыҡтары, тарифтар һәм башҡалар. Инвестиция порталы эшҡыуарҙар, дәүләт органдары һәм муниципалитеттар вәкилдәре өсөн файҙалы ҡоралға әйләнде, тип өҫтәне министр. Уның ярҙамында республика ҡалалары һәм райондары инвесторҙарҙың иғтибарын йәлеп итә, бизнесты үҫтереүҙә ҡатнаша ала. Портал шулай уҡ бизнес-шәрифтәргә эштәрен ойошторорға, отчёттар һәм аналитика алырға ярҙам итә. – “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә иң күп ғаризалар Благовещен, Дүртөйлө, Ҡыйғы, Асҡын райондарына һәм Салауат ҡалаһына килә. Уларға бөтә ғаризаларҙың яртыһынан ашыуы тура килә, – тине Геннадий Разумикин. – Эшмәкәрлек өлкәһе буйынса заявкаларҙың күбеһе – ауыл хужалығы, сауҙа, туризм, күңел асыу һәм сәнәғәт темаларына ҡағыла. Инвестиция порталы аудиторияһы яҡшы үҫеш динамикаһын күрһәтә. Дүрт йыл эсендә ул ике тапҡырҙан ашыуға артҡан һәм 100 мең уникаль ҡулланыусынан артып киткән. – Республика Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияларын яҡшыртыуҙы дауам итә – 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан унда өсөнсө урынды алды. Шуның менән бергә инвестиция порталының һәм эшҡыуарҙар өсөн порталдың сифаты буйынса күрһәткестәр һуңғы йылдарҙа даими алдынғыларҙа килә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Геннадий Разумикин. – Былтырғы йомғаҡтар буйынса республиканың Инвестиция порталы “Инвестиция үҫеше лидерҙары” милли премияһына лайыҡ булды. Министр шулай уҡ инвестиция порталын үҫтереү буйынса артабанғы пландар тураһында һөйләне. Мәҫәлән, ҡулланыусыларҙың теләктәренә ярашлы мобиль ҡушымта эшләй башлаясаҡ. “Ислам банкингы” тигән яңы бүлек асыла. Порталда яңы типтағы инвестиция проекттары – “ҡумта”, “пайҙарҙағы проекттар” тураһында мәғлүмәт өҫтәлә, “ЦУР Бизнес” проекты менән интеграция киңәйтелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығы коллективына һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.