Санкт-Петербургта халыҡ-ара иҡтисади форум тамамланды. Мин һеҙгә аҙна дауамында форум сиктәрендә республикабыҙ ниндәй һөҙөмтәләргә ирешеүен, Хәбировтың командаһы ниндәй эш башҡарыуын һөйләнем. Бөгөн иһә форум барышын күҙәткәндә яһалған һығымталарым менән бүлешергә теләйем. Форум тағы бер тапҡыр Көнбайыштың санкцияларҙа хаталаныуын күрһәтте: улар беҙҙең иҡтисадҡа йоғонто яһаны, әммә юҡ итмәне, ә киреһенсә күп кенә мөһим процестарҙы яңынан башлауға булышлыҡ итте. Бөгөн илгә 20 меңдән ашыу төрлө санкциялар һалынған. Башҡа дәүләттәргә ҡарағанда күберәк. Хатта көнбайыш элиталарҙың оҙаҡ ваҡыт “теше үтмәгән” Иран һәм Төньяҡ Корея ла бындай кимәлдә иҡтисади баҫым кисермәгән. Әммә беҙ булдыра алдыҡ, потенциалыбыҙ киләсәккә ышаныслы ҡарарға һәм технологик процестарҙа алдынғы урын биләү өсөн инновациялар индерергә мөмкинлек бирә. Бөгөн Беҙ Японияны уҙып киттек һәм донъяның иң ҙур иҡтисадтарының глобаль рейтингында дүртенсе урынды биләнек. Был – Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәре. Әйткәндәй, ул – Рәсәй