16 июндә илдә изге байрам – Ҡорбан байрамы билдәләнә. Был көндө үткәреүгә әҙерлек буйынса Хөкүмәт кәңәшмәһендә һөйләшеү булды. Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин әйтеүенсә, республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә район хакимиәттәре, дини ойошмалар һәм дәүләт ветеринария хеҙмәте менән берлектә 60-тан ашыу махсус мал һуйыу майҙансығы, шул иҫәптән Өфөлә ике мал һуйыу майҙансығы әҙерләнә. Өфөлә Зинин ҡасабаһы эргәһендәге “Карауан” сауҙа үҙәгендә – беренсе майҙансыҡ, Төньяҡ автовокзал биләмәһендә икенсеһе урынлаша. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уларҙа 3000 баштан ашыу, ә республика буйынса 8000 баштан ашыу ҡорбан малы һуйыласаҡ. – Йәнлектәрҙе һуйыу ветеринария хеҙмәте контроле аҫтында үткәрелә, бөтә ветеринария-санитария талаптарын иҫәпкә алабыҙ, – тине Азат Йыһаншин. – Хайуандар ветеринар-оҙатыу документтары нигеҙендә ҡабул ителә, малдар клиник тикшереүҙән һуң һуғымға оҙатыла, ә һуғым продукттары ветеринар-санитар экспертиза үткәндән һуң бирелә. Ҡалдыҡтар артабан