Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Туҡтатығыҙ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе барышында тағы бер тапҡыр мөһим тема – дистанциялы мутлашыусылар менән көрәште күтәрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был проблема әле һамане хәл ителмәгән, бер аҙна эсендә генә лә республика кешеләре енәйәтселәргә 70-100 миллион һум аҡсаһын күсерә. – Бөтә ауыл советтарында башлыҡтар йыйылыштар һәм сходтар үткәрергә тейеш, һәр кемгә мәғлүмәт-технологик коммуникациялар өлкәһендәге енәйәттәр тураһында аңлатырға кәрәк. Интернетта мутлашыусылар көн һайын алымдарын үҙгәртеп тора. Улар тоҙағына башлыса пенсионерҙар, финанс мәҙәниәте булмаған кешеләр эләгә. Уларҙы алдайҙар, көн һайын 15-20 миллион һум аҡсалары ВСУ-ға ярҙамға китә, – тине Радий Хәбиров. Радий Хәбиров Силәбе өлкәһен миҫалға килтерҙе, унда мутлашыусыларға ҡаршы көрәш буйынса тотош бер программа ҡабул иткәндәр. Уның нигеҙендә – финанс белеменә уҡытыу һәм пропагандалау. “Программа әҙерләгеҙ, һуҙмағыҙ, – тине республика етәксеһе. – Кешеләр ҡот осҡос хәлдә ҡала. Эш шулай ойошторолғ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе барышында тағы бер тапҡыр мөһим тема – дистанциялы мутлашыусылар менән көрәште күтәрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был проблема әле һамане хәл ителмәгән, бер аҙна эсендә генә лә республика кешеләре енәйәтселәргә 70-100 миллион һум аҡсаһын күсерә. – Бөтә ауыл советтарында башлыҡтар йыйылыштар һәм сходтар үткәрергә тейеш, һәр кемгә мәғлүмәт-технологик коммуникациялар өлкәһендәге енәйәттәр тураһында аңлатырға кәрәк. Интернетта мутлашыусылар көн һайын алымдарын үҙгәртеп тора. Улар тоҙағына башлыса пенсионерҙар, финанс мәҙәниәте булмаған кешеләр эләгә. Уларҙы алдайҙар, көн һайын 15-20 миллион һум аҡсалары ВСУ-ға ярҙамға китә, – тине Радий Хәбиров. Радий Хәбиров Силәбе өлкәһен миҫалға килтерҙе, унда мутлашыусыларға ҡаршы көрәш буйынса тотош бер программа ҡабул иткәндәр. Уның нигеҙендә – финанс белеменә уҡытыу һәм пропагандалау. “Программа әҙерләгеҙ, һуҙмағыҙ, – тине республика етәксеһе. – Кешеләр ҡот осҡос хәлдә ҡала. Эш шулай ойошторолған: кеше аҡсаһын мутлашыусыларға бирә, ләкин хәл туҡтамай. Һуңынан уға Украинанан шылтыратып, эштәрҙең нисек булыуын һорашалар һәм, әгәр террор актын башҡарһалар, аҡсаһын ҡайтарасаҡтар, тип алдайҙар. Был шаяртыуҙар түгел. Программаны әҙерләргә, был хаҡта халыҡҡа даими аңлатырға, ҡысҡырырға кәрәк. Был вакханалияны туҡтатырға кәрәк. Улар шул тиклем талантлы һәм килешле эшләй, хатта белемле кешеләр ҙә был тоҙаҡҡа барып эләгә”.