Дауа аяҡ аҫтында, тигән боронғолар. Элек халҡыбыҙ сир-сырхауға шифаны ашаған ризығы, шөғөлләнгән кәсебе, тәбиғәт биргән һанһыҙ ниғмәттәр аша тапҡан. Үкенескә күрә, был дауалау алымдарының күбеһе онотолған, хәҙер беҙ саҡ ҡына сирләй башлау менән дарыу ҡаба һалабыҙ. Борон-борондан малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнгән халҡыбыҙ ошо тармаҡ менән бәйле дауа серҙәрен дә яҡшы белгән. Мәҫәлән, һарыҡтың итен дә, йөнөн дә, тиреһен дә әләф-тәләф итмәй файҙалы ҡулланғандар. Йөндән кейеҙ һәм тула баҫып, тирмә ҡорғандар, кейем теккәндәр. Йәш килендәрҙең бирнәһендә һарыҡ йөнөнән эшләнгән зиннәтле балаҫтар булһа, егеттәр ҡалымға һарыҡ биргән. Тиреһе дауа өсөн ҡулланылған, йәғни һалҡын тейҙергән кешене яңы һуйылған һарыҡ тиреһенә урап һалғандар, эс майын иретеп эсергәндәр, тәненә япҡандар. Бөгөн бына ошо онотолоп барған дауалау алымдары тураһында диндарҙар тоҡомонан Дилара Мөхөтдин ҡыҙы Рафиҡова һөйләй. "Аяҡ-ҡулы, арҡа-биле һыҙлап, быуындарына һары һыу йыйылып ыҙалаған кешене тирегә төрөп дауалау өсөн һау-