Найти в Дзене
Башкортостан 24

"Өфө ваҡыты" 6 һөтай: Александр Пушкин мираҫы

   "Өфө ваҡыты" 6 һөтай: Александр Пушкин мираҫы
"Өфө ваҡыты" 6 һөтай: Александр Пушкин мираҫы

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.

  • “Башҡортостан 24” муниципаль каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙналағы сығарылышы бөйөк рус шағиры Александр Пушкинға арналды. Донъя әҙәбиәте классигының ижады Башҡортостан өсөн айырыусы әһәмиәтле. Тап А. Пушкин рус әҙәбиәтендә башҡорттар тураһында яҙыусы беренсе әҙип. Александр Пушкиндың әҫәрҙәрендә башҡорттар тураһында әйтелеп кенә ҡалмай, автор хәҙерге Башҡортостандың бер өлөшөн картаға төшөрә. Топографик белешмәлә Өфө янындағы ауылдар, Ғафури районындағы Табын биләмәһе урын алған. Ырымбур губернияһына сәфәре барышында ул башҡорт ҡыҙы рәсемен төшөрә. “Өфө ваҡыты” тапшырыуы ҡунағы, Өфө Фән һәм Технологиялар Университеты ғалимәһе Ирена Ҡолһарина менән әңгәмәлә Пушкин, уның әҙәбите тураһында ентекле һөйләшеү булды.
  • Өфө уҡыусыһына – миллион һум. “Башҡортостан 24” телевизион каналында эфирға сыҡҡан “Өфө ваҡыты” тапшырыуында Республика инженер лицей-интернаты вәкилдәре булды. Был уҡыу йорто Башҡортостан ғына түгел, ә Рәсәй кимәлендә билдәле. Донъя күләмендә уҙғарылған физика һәм химия олимпиадаларында лицей командаһы беренсе урынды даими яулап килә.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».