Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡуҙғалаҡ менән ирәүәндән дә ҡаҡ ҡойоп була

Әбйәлил районы Фәриҙә Сәлимйәнованың эштәре хаҡында беҙ гәзит биттәрендә лә, сайтта ла даими яҙып торабыҙ. Ул гөрләтеп баҡса үҫтерә, сәскәләр ярата, ҡул эштәренә маһир. Бер һүҙ менән әйткәндә, бар яҡлап та уңған! Был юлы ҡуҙғалаҡ менән ирәүәндән ҡаҡ ҡойған. Уны нисек эшләү серен беҙҙең менән дә бүлеште. "Ҡуҙғалакты йыуып, таҙартып таҫтамалға һалып һарҡытабыҙ, ирәүәндең һабағын ғына алабыҙ, япрағы кәрәкмәй.Уның тышын әрсергә кәрәк була. Алманың төштәрен алып, ярты стакандай ғына һыуға һалып, бешерәбеҙ, ҡарап тороп, көйөп китмәһен өсөн. Алмалар йомшарһа,ҡуҙғалаҡты һалып төҫө үҙгәргәнсә генә тотабыҙ ҙа блендерҙа иҙәбеҙ. Бер төрлө массаға әүрелгәс, иләк аша һөҙөп, майланған батмуска ҡойоп, сушилкаға оҙатабыҙ. Шәкәрҙе күп һалмайбыҙ, мин бер генә аш ҡалағы шәкәр һәм бер аш ҡалағы бал һалып ҡайнаттым, иләктән үткән массаға һалып, саҡ ҡына ҡайнатып алдым дөрөҫөрәге иреттем. Ирәүәнде лә шулай уҡ эшләнем, айырым һауытта. Алманы күп һалманым, биш бөртөк кенә, күберәк ҡуҙғалаҡ менән ирәүән һалдым. 60 градуста 8 сәғәт тоттом", - ти оҫта. Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ әле! Тәмле, әскелтем килеп сыға, ти Фәриҙә апай. Фото: Фәриҙә Сәлимйәнованан.