Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кондиционер арҡаһында ғаилә пары һәләк булған

Өфөнөң Пекин урамында ҡот осҡос янғын теркәлә. Унда ике ҡатлы йорттағы бер фатир янып китә. Ут шунда уҡ ҡыйыҡты ялмап ала. Фатирҙа ғаилә йәшәгән. Атай менән әсәй кеше йоҡлаған, уларҙың 17 йәшлек ҡыҙҙары өй эштәре менән булышып йөрөгән була. Шул ваҡыт ҡыҙ янғын сыҡҡанын күреп ҡала. Ул шунда уҡ күршеһен ярҙамға саҡыра. Икәүһе бергә атаһы менән әсәһен фатирҙан сығаралар, әммә ныҡ бешеүҙән һәм төтөн еҫкәүҙән икеһе лә дауаханала һәләк була. “Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе янғындың кондиционерҙың боҙолоуы арҡаһында килеп сығыуын асыҡланы”, – тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Фото: Башинформ.