Найти тему
Башҡортостан гәзите

Был юл республиканың төп селтәренә инә

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Туймазы районында Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы автомобиль юлын ремонтлай башланылар. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар“ милли проектына (национальный проект “Безопасные качественные дороги“) ярашлы тормошҡа ашырыла. Бында һүҙ Кендектамаҡ менән Собханғол араһындағы 5,6 километрлыҡ юл тураһында бара, ремонтҡа 157 миллион һум бүленгән. “Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы автомобиль юлы Башҡортостандың төп юл селтәренә инә. Ул бер нисә районды үҙ эсенә ала һәм күп ауылдар халҡын транспорт менән тәьмин итә, шул иҫәптән – 500 кеше йәшәгән бәләкәй Кендектамаҡ ауылын да”, – ти республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. Билдәле булыуынса, белгестәр юлды фрезлаған һәм уның нигеҙен рейсаклинг технологияһы буйынса нығытҡан. Артабан унда асфальт түшәләсәк. Фото: “Башинформ”.