Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баҡалы районы хакимиәте башлығын бик ҡаты шелтәләне. Асыҡланыуынса, ул райондағы һабантуй көнөндә алкоголле эсемлек эскән. Республика Башлығы ҡулында быны раҫлаған фотоһүрәт бар ине. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда һабантуй ваҡытында иҫерткес эсемлектәр һатыу һәм эсеү тыйыла. – Был турала әйтә торғас, арып бөттөм – беҙҙә һабантуйҙар алкоголһеҙ. Хакимиәт башлыҡтарына мин был турала шәхсән әйттем, яуаплылыҡ һеҙҙең өҫтә тинем. Ә иң мөһиме, ҡунаҡтар килгәндә үҙегеҙ эсә күрмәгеҙ тинем, сөнки был алдау һәм ғәҙелһеҙлек. Беҙ кешеләргә “эсмәгеҙ” тибеҙ, ә үҙебеҙ шым ғына эсәбеҙ буламы? Мин бик етди шелтә яһайым, улай итергә ярамай, кешеләрҙе алдамағыҙ! – тине ул. – Кем был тыйыуҙы боҙа, икенсе эште республиканан ситтә эҙләйәсәк. Республика етәксеһе әйтеүенсә, алкоголь менән көрәш – ҙур һәм системалы эш. – Эскегеҙ килһә – һәр кемдең шәхси эше: һабантуй бөттө икән, өйөгөҙгә ҡайтығыҙ ҙа, ҡунаҡтар менән әллә нимә эшләгеҙ.