Дүртөйлө районында йәшәгән Ибраһимовтар ғаиләһендә баһадирҙай өс ул үҫә. Илгизәр, Искәндәр һәм Ислам ишле ғаиләнең ҙур шатлығы һәм йорт биҙәге. Ғаилә башлығы Алмазды яҡташтары виртуоз баянсы тип белә. Районда уның ҡатнашлығынан башҡа бер мәҙәниәт сараһы ла үтмәй. Өлкән улдары Искәндәр биш йәшенән хореография менән шөғөлләнә, музыка мәктәбен тамамлаған.Уртансы улдары атаһы кеүек баянда уйнарға өйрәнә. Бынан тыш, каратэ менән шөғөлләнә. Кинйәләренең дә, дүрт кенә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ата-әсәһе Алмаз һәм Ғәлиәнең әйтеүенсә, музыкаға ынтылыуы һиҙелә. Йырҙарҙың һүҙҙәрен яттан белә, баян менән ҡыҙыҡһына. Татыу, музыкаль ғаилә яҡташтары өсөн яҡшы өлгө булып тора, һәр эштә бер-береһенә ышаныслы ярҙамсы ла. Ибраһимовтарға ғаилә бәхете, һаулыҡ теләйбеҙ! Фото: https://vk.com/yusupovrif