Найти тему
Башҡортостан гәзите

Экологик йәһәттән баһаланды

Йыл һайын “Рәсәйҙең иң яҡшы ESG проекттары” программаһы үҙ майҙансығында ESG-практикалары баҙарының уңышлы ҡатнашыусыларын йыя. Быйыл еңеүселәр араһында илдең “Авито”, “Сбер”, “Мосгортранс”, “Норильск никеле», “Россельхозбанк”, “Х5 Group” кеүек ҙур компаниялар бар ине. Премия лауреаты “Urman City” иһә Башҡортостандың баш ҡалаһында урынлашҡан. “Urman City” торлаҡ комплексының лайыҡлы награданы алыуына шатбыҙ. Тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш – Environmental – компаниябыҙҙың да, был премияның да төп принциптарының береһе. “Баҡса ҡулсаһы” ҡала комплексы ҡалаға йәшеллекте кире ҡайтарыу өсөн тырыша. ESG принциптарын сафҡа индереү менән бәйле потенциаль клиенттарҙың лояллеген күтәрәбеҙ һәм яңы аудиторияны йәлеп итәбеҙ”, - тип белдерҙе “Баҡса ҡулсаһы” ҡала комплексы директорының йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм коммерция мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Илья Колунов. “Urman City” торлаҡ комплексының өс кимәлдән тоорған ихатаһы төҙөкләндереү йәһәтенән үҙенсәлекле. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашыра. Фото, сығанаҡ: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.