Найти тему
Башҡортостан гәзите

Был уңайһыҙлыҡтар ваҡытлыса

Ҡырмыҫҡалы районында Ҡарлыман йылғаһы аша һалынған күперҙе ремонтлау эштәре дауам итә. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, эштәр график буйынса бара. Ремонт барышында реверсив хәрәкәт тәьмин ителгән. Ул светофор менән көйләнә. Күперҙәге эштәр 2025 йыл аҙағында тамамланыр тип планлаштырыла. Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы бара. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы вәкилдәре водителдәргә ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итергә, Олокүл, Ҡабаҡ, Ольховое, Мокроусов ауылдарынан Р-240 Өфө — Ырымбур трассаһы буйлап альтернатив юлды һайларға саҡыра. Фото, сығанаҡ: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.