Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпия киберспорт уйындарын булдырған. Был хаҡта комитет президенты Томас Бах белдергән. “Олимпия кибеспорт уйындарын булдырып, Халыҡ-ара олимпия комитеты һанлы революция менән бергә алға бара. Беҙ киберспорт йәмәғәтселегенең был башланғысты хуплауына шатбыҙ. Был – Олимпия брендының һәм ҡиммәттәренең йәлеп итеүсәнлегенә дәлил”, - тип әйткән. Былтыр октябрҙә Халыҡ-ара олимпия комитеты киберспорт Олимпиадаһын ойоштороу ниәте тураһында белдергәйне. Ошо уҡ йылдың июнендә тарихта беренсе тапҡыр киберспорт Олимпия аҙналығы ойошторолған. Унда 500 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, сараның барышын алты миллиондан ашыу тамашасы күҙәткән. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президентының “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография”, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекттары (национальные проекты “Демография”, “Долгая и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Фото, сығанаҡ: БР Спорт министрлығы.