Өфөлә комиссия күп фатирлы йорт подъездарын комплекслы ремонтлауҙан һуң ҡабул итте. Торлаҡ баш ҡалала Дағстан урамының 13-сө йорттоң 2-се корпусында урынлашҡан. Комиссия составында – капиталь ремонт фонды, муниципалитет хакимиәте, ойошма идараһы һәм урында йәшәүселәр вәкилдәре. Быйыл республикала 39 йорттоң 119 подъезында комплекслы ремонт атҡарыу ҡаралған. Республиканың биш районында, Өфө ҡалаһында, Асҡын, Иглин, Стәрлебаш һәм Шишмә райондарында подъездар ремонтлана. “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә 2019 йылдан барлығы 1532 ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән. Быйыл 33 муниципалитетта тағы ла 143 ихата тәртипкә килтерелә. Үрҙә әйтелгән барлыҡ эштәр ҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный пооект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото, сығанаҡ: БР Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы.