“Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 50 мең һумлыҡ субсидия Белорет районының Тирлән ауыл мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Вәсисә Недоспасоваға бирелде. Ауыл мәҙәниәт йортонда ул һигеҙ йылдан ашыу эшләй. Театр коллективы, “Некст” йәштәр берләшмәһе менән эшләгәндән һуң үҙ бейеүҙәрен ҡуя башлаған. Шулай итеп бейеү түңәрәге барлыҡҡа килә. Бер нисә йылдан Вәсилә үҙенең коллективтарының һанын арттырған, һуңынан социаль-мәҙәни эшмәкәрлек менеджеры квалификацияһын алырға хәл иткән. Ошоноң менән генә туҡтап ҡалмай, камиллашыуын дауам итә, квалификацияны күтәреү курстары үтә. Мәҫәлән, былтыр яҡтылыҡ һәм тауыш технигы сертификатын алған. Хеҙмәттәштәре менән бергә даими рәүештә семинарҙарға һәм ижади лабораторияларға йөрөй, унда улар тәжрибә уртаҡлаша, яңылыҡтарҙы тикшерә. Вәсилә Недоспасова хеҙмәтен ҡәҙерләүҙәре, төрлө программаларҙа ҡатнашыу һәм субсидия алыу мөмкинлеге булыуы өсөн рәхмәтле. “Теләһе ҡайһы дәүләт ярҙамы йәш белгестәргә кәрәк тип иҫәпләйем. Хәҙер ауыл инфраструктураһы әүҙем үҫешә, әгәр, мәҫәлән, үҙ торлағыңды һатып алырға мөмкин булһа, йәштәр бында ҡалыр. Әлбиттә, ҙур ҡалала мөмкинлектәр күберәк, әммә эшеңде яратаһың һәм ауылда йәшәргә теләһәң, дәүләттән ярҙам көт. Уны алғас, ҡыуан һәм тағы ла яҡшыраҡ эшлә!” - тип билдәләне Вәсилә Недоспасова. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Белорет районы хакимиәте.