Өфөлә Башҡортостан Нотариаль палатаһының 30 йыллығына арналған тантаналы сара уҙҙы.”Торатау” конгресс-холының ҙур залына кеше күп йыйылды.Ошо өс тиҫтә йыл эсендә Нотариаль контора хеҙмәткәрҙәре тәжибә тупланы һәм үҙен гражданлыҡ йәмғиәтенең абруйлы институты итеп күрһәтте. Бөгөн республикала 193 шәхси нотариус эщләй. Нотариат өлкәһендә бөтәһе 700-ҙән ашыу кеше хеҙмәт итә. Барлыҡҡа килгәндән алып Башҡортостандың Нотариаль контораһы халыҡты хеҙмәтләндереүҙән тыш, дәүләт власы һәм урындағы үҙ идара органдары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, әүҙем рәүештә хәйриәлек менән шөғөлләнә, идаралыҡ һәм закон сығарыу процестарында ҡатнаша.Ул граждандарҙың мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлауҙа һәр ваҡыт дәүләттең ышаныслы партнеры булды. Сарала республиканың дәүләт һәм муниципаль ведомстволары етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары, күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Федераль нотариаль палата президенты Константин Корсик һәм Рәсәй төбәктәренең нотариаль палаталары делегациялары почетлы ҡунаҡ булды. Сараны Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов асты. Ул Нотариаль палата коллективын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотлап, нотариустарҙың граждандарҙың хоҡуҡи белемен күтәреүҙәге баһалап бөткөһөҙ өлөшөн билдәләне. Федераль нотариаль палата президенты Константин Корсик , сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, былай тип белдерҙе: – Бынан 30 йыл элек бик мөһим ваҡиға булды. Ул саҡта Рәсәй нотариаты етди реформа кисерҙе. Ошо ваҡыт эсендә беҙгә республикала тупланған һәм берҙәм коллектив булдырырға тура килде. Республика Нотариаль палатаһы – Рәсәйҙәге иң ҙурҙарҙың береһе.Беҙ гражландар, юридик берәмектәр һәм дәүләт өсөн уларҙың мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлау буйынса мөһим функция үтәйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа нотариат яуаплылығының бик яуаплы схемаһы булдырылды – был, моғайын , эшмәкәрлеге өсөн тулы яуаплылыҡ күтәргән берҙән-бер юридик профессиялыр. Башҡортостан Нотариаль палатаһының президенты Ирина Сухова сығышында ошо осорҙа үҙҙәренә ярҙам күрһәткән һәр кемгә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, төрлө кимәлдәге башҡарма власть органдарына, Федераль нотариаль палата президенты Константин Корсикка ҙур рәхмәт белдерҙе. Тантаналы сарала республиканың Нотариаль палата хеҙмәткәрҙәре дәүләт наградалары, маҡтаулы исемдәр, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Фото: https://mgazeta.com/news/novosti/2024-06-08/notarialnaya-palata-respubliki-bashkortostan-otmetila-svre-30-letie-3803867