Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Стәрлетамаҡ артистары Силәбеләге һабантуйҙа ҡатнашты

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе филармонияһы артистары күрше төбәктә үткән һабантуй байрамын үҙҙәренең сағыу сығыштары менән биҙәне. “Ашҡаҙар”эстрада-фольклор төркөмө һәм филармония солистары башҡорт халыҡ йырҙарын һәм эстрада әҫәрҙәрен башҡарып халыҡтың һөйөүен яуланы. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәмилә Әбүбәкерова, Ғафуан Фәзуллин, Ришат Хәмитов һәм солистар Илдар Әбдрәшитов, Гүзәлиә Татлыбаева, Зөлфиә Әбүбәкерова, Айгиз Уйылданов, Зарина Ҡотлоғужина силәбеләрҙең күңеленә үтеп инерлек концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Азамат Асаинов халыҡҡа ҡурай моңон уйнап ишеттерҙе, ә Лилиә Зарипова халыҡ бейеүҙәрен бөтә нәфислегендә, матурлығында тамашасыларға күрһәтте. Һабантуйҙың рәсми өлөшөндә ҡунаҡтар алдында Башҡортостан Башлығының ҡотлауын уҡып ишеттерҙеләр. Ә иң әүҙемдәргә һәм йәмәғәтселәргә республика Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Радик Ғиззәтов фотолары.