Бер ҡыҙ йыраҡ ауылға кейәүгә сыҡҡан. Бер кемде лә һәйбәтләп белмәгән сағы була. Йәйге көндәрҙең береһендә ире менән ҡырға эшкә киткәндәр. Кискә табан ямғыр яуа башлаған. Ире ҡатынына арба егелгән атты ҡалдырған да, үҙе умарталыҡты ҡарарға киткән. Йәш килен бер үҙе ҡайтырға сыҡҡан. Ямғыр яҡынлаша, йыраҡтан күк күкрәгәне ишетелә. Ҡараһа, юл ситендә бәләкәй генә ҡыҙ бала ултыра. - ... апа (исеме менән әйтә, ти), әсәйем менән ҡырға килгәйнем, аҙаштым... Әсәйем янына алып ҡайт әле... - Һин кемдең ҡыҙы һуң? - ...ныҡы. - Ултыр, әйҙә! Мендерергә тип, ҡулын һуҙыуы була, шул минутта ҡыҙҙы йәшен ата. Ҡурҡҡан ат ауылға тиклем саба. Килен ауылға ҡайтҡас, бәләкәй ҡыҙ әйткән ҡатынды эҙләп таба ла: - Һеҙҙең бәләкәй ҡыҙығыҙҙы йәшен атып үлтерҙе! - тип илап ебәрә. Тегеләрҙең иҫе китә – был ғаиләлә бер ниндәй ҙә ҡыҙ юҡ, гел малайҙар ғына. Ғөмүмән, ауылда юғалған бала юҡ. Теге бала кем булған һуң? - Йәшен ваҡытында ендәр бала сүрәтенә инеп, кешеләр араһына яҡынлаша. Был хәл дә шул булғандыр. Ә теге килен ошо хәлдән һуң ныҡ йәшендән ҡурҡтты, күк күкрәүен ишетеү менән өйөнә инеп йәшәренә лә, ямғыр үткәнсе сыҡмай торғайны, - тип һөйләне әбейем. (Аноним). Сығанаҡ: vk.com/public213516968 Н. Богданов-Бельский картинаһы.