14 июндә йыл һайын Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Журналистарҙың һөнәри байрамы алдынан "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто Матбуғат йорто ҡаршыһында матур йолаға әйләнгән байрам – Матбуғатҡа яҙылыу көнөн уҙғара. Быйыл да бай программа ҡаралған: журналистар, яҙыусылар, сәйәсмәндәр менән осрашыуҙар, китаптар, халыҡ һөнәрмәндәре йәрминкәһе. Шулай уҡ Башҡортостандың танылған артистары, мәҙәниәт һәм сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында ҙур концерт була. Мәҫәлән, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Ҡадирова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Руслан Зөлҡәрнәев, Заһир Шәйәхмәтов (Заһир Байыҡ) һәм Гөлназ Биктимерова, танылған йырсы Ян Лира һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ. Концерт барышында республика гәзит-журналдарына яҙылыу ойоштороласаҡ. "Башҡортостан", "Республика Башкортостан", "Кызыл Таң", "Йәшлек", "Өмет" гәзиттәре, "Ватандаш", "Бельские просторы", "Рампа", "Аманат", "Аҡбуҙат", "Әллүки", "Шоңҡар", "Толпар" журналдары –