Найти тему
Башҡортостан гәзите

Файҙалы ла, күңелле лә булды

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Стәрлетамаҡта Сәләмәтлек фестивале үткәрелде. Ойоштороусылар ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн ҡыҙыҡлы иҫкәртеү һәм күңел асыу программаһы әҙерләне.Граждандар майҙанда сәләмәтлеген тикшерҙе: артериаль һәм күҙ баҫымын үлсәне, белгестәрҙән консультация алды. Биләмәлә шулай уҡ күсмә флюорограф эшләне.Теләгән һәр кем тәүге медицина ярҙамын күрһәтеүҙә оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша алды. Медицина колледжы студенттары сабыйҙарҙы нисек дөрөҫ биләргә өйрәтте.1-се ҡала дауаханаһы фестиваль ҡунаҡтарын кислород коктейлдары менән һыйланы. Балалар өсөн мауыҡтырғыс уйындар ойошторҙолар. Ҡала Мәҙәниәт һарайы коллективтары ҡунаҡтар өсөн концерт программаһы менән сығыш яһаны. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.