Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бер мендәр тышын ике көндә сигә

Дыуан районының Мәрйәмғул ауылы ҡыҙы, әлеге көндә Арый клубы мөдире булып эшләгән Гөлсинә Кәримованың ҡул эштәренә һис кенә битараф ҡалырлыҡ түгел. Бер мендәр тышын ул ошолай күҙҙе ҡамаштырырлыҡ итеп ике көн эсендә эшләп ҡуя. Был оҫталығы уның нәҫелдән килә икән. Гөлсинә сигеү-бәйләүгә бала сағынан уҡ әсәһенән өйрәнһә, борон өләсәһе лә ҡул эшенә маһир булған. Уның тимер карауатҡа сигелгән япмалары өйгә йәм биреп торған. – Үҙемдең өс ҡыҙым бар. Уларҙы ла сигеү-бәйләүгә өйрәтеп үҫтерәм, – ти күп бала әсәһе. Клубта ҡул эштәре түңәрәге алып барырға өлгөргән Гөлсинә Кәрим ҡыҙы ауылдарына шулай матурлыҡ өләшеп йәшәй. Автор фотоһы.