– Һуған серемәһен өсөн түтәлгә өс тапҡыр тоҙло һыу һибәм. 10 литр һыуға бер аш ҡалағы тоҙ һалам. Былтыр бер генә тапҡыр эшкәртһәм дә, файҙаһы тейҙе, – тип яҙа уңған хужабикә социаль селтәрҙә. Беренсе тапҡыр тоҙло һыуҙы һуғандың тәүге һабаҡтары күренгәс ҡоялар. Өс аҙна үткәс, икенсегә эшкәртәләр. Өсөнсө тапҡыр сирҙең билдәләре булғанда ғына һибәләр. Тоҙло һыу һуғанды ҡоротҡос себен һәм ҡорттарҙан һаҡлай, шулай уҡ йәшелсәгә һәйбәт үҫергә ярҙам итә икән. Бер квадрат метр ергә 10 литр эретмә тура килергә тейеш. Был ысулды һарымһаҡ өсөн дә ҡулланырға мөмкин. Фото: Әлфиә Сәлимйәнованың "Бәйләнештә"ге шәхси битләүенән.