Бесән эшләр мәл етә. Ошо йәһәттән "Бәйләнештә" селтәренән Таңһылыу Вәлиеваның яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. "Салғыға шәп булды әсәйем дә, ҡәйнәм дә. Оҫта саптылар. — Алдырып, бакуй аҫтын ҡалдырып! – тигән шаяртыу улар өсөн түгел ине. Әсәйем өйрәтте мине бесән сабырға. Беҙҙең быуын иртә ҡушыла ине ауыл эшенә. Ә бесән күмәк кешене ярата. Мин бик теләп өйрәндем был эшкә. — Уң ҡулың менән бөгәзде тот. Ныҡ тотма, ҡулың ҡабарсыр.. Һулаҡай ҡулыңды өҫкә ҡаратып тот һапты. Терһәк тәңгәлендә генә тот, атыу ҡыйын була. Бәләкәй булғанмындыр – әсәйем мине алдына ҡуйып, һапты, бөгәзде нисек тоторға өйрәтә, үҙе аңлата: — Салғыңдың төбөн ултырта биреп сап, мына ошолайтып. Артын өҫкә күтәрмә, осон да күтәрмә – бакуй аҫтың сабылмай ҡала. Минең ҡулдарҙы ҡуша тотоп, ҡосағына һыйындырып, сабырға өйрәтә әсәкәйем. Бесән сабыу һабағын нисәнсе йылдарҙа башлап алғанбыҙҙыр, уныһын иҫләмәйем. Атай ағайым менән икебеҙгә еңел генә муйыл һапҡа алтмышлыҡ (60 cантиметр) салғы ашлап бирҙе. Һонтоҡ йә бәкес булмаһын өсөн, үлән
