Көндәр йылытыу менән һыу инеүселәр һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батыусылар арта башланы. Был юлы бәхетһеҙ осраҡ Салауат районында булған. Райондың 1-се Иҙелбай ауылында йәшәгән кешеләргә туғаны ҡунаҡҡа килгән. Төндә ул һыу инергә булған һәм йылға буйына киткән. Шунан һуң уны тере килеш бер кем дә күрмәгән. Был турала республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Икенсе көнө, уны өйҙә тапмағас, туғандары эҙләргә сыҡҡан, тик яр буйында ятҡан әйберҙәрҙән башҡа бер нәмә лә тапмағандар. Һөҙөмтәлә, ҡотҡарыусылар саҡырылар. Улар ҡурҡыныс табышҡа юлыға ла – ир батып үлгән булып сыға. Ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәрен ҡотҡарыусылар асыҡлай. Фараздар буйынса, ир төнөн рөхсәт ителмәгән урында һыу инергә булған һәм ярҙамға саҡыра алмаған. Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.