Найти тему
Башҡортостан гәзите

24 миллион һум отҡанығыҙҙы белмәй йөрөмәйһегеҙме?

Быйыл 5 июндә “Столото”ла суперприз – 24 894 954 һум аҡса уйнатылған. Уны республикабыҙҙа йәшәүсе отҡан, тип хәбәр итә лотореяның матбуғат хеҙмәте. Әлеге ваҡытта был кешенең “Столото” ҡушымтаһында 500 һумға бер билет алғаны ғына билдәле. Дәүләт лотереяһы ҡағиҙәләре буйынса, суперприз яулау өсөн комбинацияның бөтә һандарын да табырға кәрәк. Уйындар һәр 15 минут һайын үткәрелә. Тираж һөҙөмтәләрен тикшерергә һәм отошто нисек, ҡайҙа алырға мөмкин икәнен "Столото"ның сайтында йәки күрһәтелгән телефон һандары буйынса белергә мөмкин. Әлегә еңеүсе “Столото” лоторея үҙәгенә мөрәжәғәт итмәгән. Уйында ҡатнашыусыларҙың барыһын да лоторея билеттарын тикшереүҙәрен һорайҙар. Фото: "Башинформ".