"Росреестр" идаралығының Башҡортостан буйынса етәксеһе Петр Клец Бөтә Рәсәй "түңәрәк өҫтәл"ендә Нотариаль палата менән "Росрестр" араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында һөйләне. – Йыш ҡына бергәләшеп кәңәшмәләр үткәрәбеҙ, – тине Петр Клец. – Унда төрлө мәсьәләләр һөйләшеүгә сығарыла, әлбиттә, хәл ителмәҫтәй тойолғандары буйынса ҡыҙыу бәхәстәр булып ала, әммә барыһын да урында хәл итәбеҙ. Шул иғтибарға лайыҡ, 2024 йылдан алып "Росреестр" белгестәре республикабыҙҙың алыҫ райондарына сығып, күсмә консультация саралары ойоштора. Петр Клец билдәләүенсә, ике яҡлы электрон мәғлүмәт менән алышыу тәжрибәһе киң ҡулланыла, бындай эш алымы яҡтар өсөн ныҡ отошло. Фото: "Республика Башкортостан" гәзитенән.