Һуңғы көндәрҙә Башҡортостандың күп район һәм ауылдарында тәбиғәт ғәрәсәттәре күҙәтелә. Кисә генә Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылы ямғыр яуыу сәбәпле, һыу "ҡамауы"нда ҡалыуы тураһында хәбәр итһәк, бөгөн Әбйәлил районында ҡот осҡос хәлдәр теркәлгән. Сиҙәм һәм Хәлил ауылдары араһында көслө ҡойон (торнадо) үткән. "Ҡурҡыныс ҡойон юғары вольтлы электр бағаналарына, тимер ҡорамалдарға һәм башҡа нәмәләргә лә зыян килтергән, хатта юлда хәрәкәт иткән "Озон" автомашинаһын ситкә алып ташлаған. "Әлдә ауылдар буйлап үтмәне, ярты ауылды алып китер ине", - тип хәбәр итә мәхшәрҙе видеоға төшөргән егет тә. Хәлил ауылында шырпы ҙурлығындай боҙборсаҡ яуыуы, ә Мәхмүт ауылында ҡойма ямғыр үтеүе хаҡында ла хәбәр ителә социаль селтәрҙә. Шулай уҡ Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында ла боҙборсаҡ яуып үткән. Ә һеҙҙең яҡтарҙа нисек? Видео WhatsApp мессенджерынан, фотолар: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.