Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Беҙҙең футболканы сиратҡа тороп алдылар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ТАСС хәбәрсеһенә интервью бирҙе. Әңгәмә барышында Радий Фәрит улы, йыш үҙгәреп торған хәл-ваҡиғаларға яҡшы итеп яраҡлашыу өсөн, төбәк менән идара итеү структураһы өҫтөнән аналитик эштәр алып барылыуы, Башҡортостан сода компанияһы өсөн сеймал мәсьәләһен хәл итеүҙең сираттағы этабы һәм уның инвестициялы проекттары, шулай уҡ форумда республиканан ҡатнашҡан делегацияның эше тураһында һөйләне. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикабыҙҙағы уңышлы эшләгән еңел сәнәғәт – ғорурлығыбыҙ. Башҡортостанда, "Алға" махсус иҡтисади зонаһында, Zasport компанияһы спорт кейеме теккән, хәҙер иһә предприятие заманса спорт кейеме тегә. Йәштәр Президент Владимир Путиндың цитатаһы яҙылған футболканы сират тороп алған. Фото: "Башинформ".