Бер нисә йыл элек Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында яңы фодулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Уның мөдире, “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Фәрзәнә Ҡәйепова – төбәктәге тәжрибәле фельдшерҙарҙың береһе. Бөгөн Мәмбәттә бөтә заманса талаптарға һәм санитар нормаларға яуап биргән яҡты, йылы, уңайлы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Ул пациенттарҙы уңайлы шарттарҙа ҡабул итеү мөмкинлеген биргән кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында фельдшер кабинеты, ҡаралыу, процедуралар бүлмәләре, килгәндәр өсөн көтөү урыны, хужалыҡ блогы, санузел, эҫе һәм һалҡын һыу бар. Билдәле булыуынса, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа медицина тармағында ошондай ыңғай күренештәр һөйөндөрә. Фәрзәнә Ғәлийән ҡыҙы Сибай медицина училищеһын “Акушерлыҡ эше” белгеслеге буйынса тамамлаған. Икенсе курста белем алғанда Хәйбулла районының Мәмбәт ауылы егетенә кейәүгә сыҡҡан. Ире менән сирек быуаттан ашыу татыу ғүмер кисерәләр, дүрт улға ғүмер биргәндәр.